ГлавнаяАнонсыАрхив новостейО библиотекеПравила пользованияСтруктура библиотекиИстория библиотекиНаши планыФотогалереяНаши партнерыНаши достиженияТаланты наших читателейИнформационные ресурсыЭлектронный каталогБиблиографические указателиМногонациональный БашкортостанВидео, буктрейлеры, презентацииПериодические издания на 2025 годМы в ОдноклассникахКлубы и мастер-классыСертификаты для участников конкурсовКлуб изучения языковКлуб читателейОнлайн сервисыЗадать вопрос библиотекарюПродлить книгуОнлайн-запись в библиотекуOnline-ответыНаши услугиСВО: Библиотека информируетВолонтерское движениеГерои СВОХроника специальной военной операцииЛьготы для участников СВОЗаконодательные актыКонтакты
РЕЖИМ РАБОТЫ:
ВТОРНИК - СУББОТА
с 11.00 до 20.00 Выходные дни: ВС, ПН
Санитарный день -
последняя пятница месяца
Адрес и телефон:
ул. Достоевского, 160
+7 (347) 216-47-92
|
Китапхана тураһында8-се китапхана Яңы күпер урамында ойошторолған булған. 1972 йылда ул әлеге адресы буйынса: Достоевский урамындағы 160- сы һанлы йортҡа күсерелә. Үҙгәртеп ҡороу осоро халыҡтың үҙаңын үҫтерҙе, бигерәк тә ситтә йәшәгәндәрҙең үҙ теленә, үҙ еренә, үҙ мәҙәниәтенә булған тойғоларын тәрәнәйтте. Халыҡтың үҙ телен, ғөрөф –ғәҙәттәрен өйренеүгә, яктыртыуға әүҙем иғтибар бүленә башланы. Башҡортостан үҙенең күп милләтле булыуы менән Рәсәй киңлектәрендә беренселәрҙән тора. Ошо айҡанлы, дәүер һулышын иҫәпкә алып, 1994 йылда ҡалала үҙәкләштерелгән йәмәғәт китапханалары системаһындағы 8-се китапхана нигеҙендә «Халыҡтар дуҫлығы» китапханаһы асылды. Бөгөнгө көндә майҙаны яғынан артыҡ ҙур булмаған китапхана 3 меңдән артык кешене хеҙмәтләндерә. Республикала йәшәүсе төрлө халыҡтар телендә китап тупланған һәм һаҡланған китапхана Өфө ҡалаһында ғына түгел, республика кимәлендә берҙән- бер булып һанала. Китапханала иң популяр урын – абонемент. Сөнки китаптар һәм башҡа төрлө баҫмалар унда өйҙә уҡырға бирелә. Абонементта ун ете милләт вәкилдәре яҙылғандар. Иң әүҙем уҡылған китаптар рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари,украин, мордва телдәрендә. Шулай уҡ абонементта 1997 йылдан бирле «Уҡыусылар клубы» эшләп килә. Унда китап уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең китаптары менән уртаҡлашалар. Абонементта ҡыҙыклы китаптарға, яҙыусыларға арналған, төрлө өлкәләрҙәге мәғлүмәттәрҙе сағылдырған күргәҙмәләр урын ала.Унда хатта уҡыусыларыбыҙ теләге буйынса ойошторолған күргәҙмәләр ҙә була. «Йәйге каникулда уҡыйбыҙ», «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ», «Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар» бик йыш ҡабатланған күргәҙмәләр һанала.
Китапханала – 20 урынлы уҡыу залы ла бар. Уҡыу залында һәр саҡ кәрәкле китаптар,белешмәләр, донъя энциклопедиялары, бик әһәмиәткә эйә булған башҡа төрлө документтар һәм материалдар тупланып, залда ҡулланырға мөмкинселек бирелгән. Унан тыш уҡыу залы - саралар, кисәләр үткәреү урыны. Унда халыҡтарҙың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен күрһәткән аҙна көндәре уҙғарыла. Сит илдәрҙән килеп Башҡортостан ерендә ғүмер уҙғарған күп кенә милләт кешеләре Халыҡтар дуҫлығы йортонда үҙҙәренең мәҙәни ойошмаларын булдырып, республика тормошонда ғына түгел, китапханала уҙғарылған сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Ҙур күләмдәге сараларға Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән милләт вәкилдәре йыйыла. Китапханала йыл һайын рус, башҡорт, татар,сыуаш һәм тағы ла 10-лаған халыҡтың әҙәбиәтенә арналған милли әҙәбиәт декадалары уҙғарыла. Хәҙерге көндә китапхана үҙенең эшмәкәрлеген заманса үҙгәртте. Бында Башҡортостанда күпселек йәшәгән халыҡтарҙың 10-12 телендә китаптар һәм гәзит-журналдар тупланған, заманса компьютерҙар урынлаштырылған, инновация алымдары киң ҡулланыла. Китапхананың төп маҡсаттары:
Ун туғыҙ мең баҫма тәшкил иткән дөйөм фондтын ике меңе башҡорт,татар, украин, сыуаш, белорус, ҡаҙаҡ, марый, мордва, инглиз, немец, поляк, тажик, грузин, әрмән телдәрендәге китап, гәзит- журналдар менән тултырылған.
Китапхананың барлыҡ баҫма байлығы каталог Һәм картотекалар селтәрендә сағылдырылған:
Бөгөнгө тормош йәшәйештә ҙур таҫыллыҡ, ижтимағи аң һәм ҡанундарҙы белеүҙе талап итә. Был юҫыҡта һәр кеше хоҡуҡ буйынса китаптар, РФ-ның, БР-ның рәсми хоҡуҡ нормалары базаларын ирекле ҡулланыу мөмкинлегенә эйә, был маҡсатҡа уҡыусылар шулай уҡ «Гарант» базаһы һәм электрон каталог аша ирешә алалар. Хоҡуҡи документтар,“Рәсәй ҡануниәте” буйынса эшләү; Компьютерҙа башланғыс грамотаға өйрәтеү; Эшҡыуарҙарҙы ваҡытлы матбуғат менән тәьмин итеү. Китапханала шулай уҡ интернет менән ҡулланыу, текст йыйыу, документты баҫып сығарыу һәм күсермәһен эшләү, мәғлүмәтте электрон рәүештә таратыу һәм электрон почта менән эш итеү һәм башҡа хеҙмәттәр тәҡдим ителә. |